Бына бөгөн дә таныша торорғоҙ тибеҙ. Тимербулатов Шайморат Азамат улы, Баймаҡ районы Янғазы ауылы егете, әле Иглин районында йәшәй, Өфөлә лицей директоры урынбаҫары булып эшләй, педагог... Уңарсы Баймаҡта, Сибайҙа, Рәми Ғарипов гимназияһында, хатта Күҙ ауырыуҙары институтында эшләп өлгөргән.
Рөстәм Баянов кисә: мин Күмертау, Көйөргәҙе егете булмаһам да, гел арттан күҙәтеп тораһығыҙ тигәйне. Беҙҙең ерҙә эҙ ҡалдырған кеше, ул ҡайҙа тыуыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең өсөн мөһим. Шайморат Азамат улы менән дә шулай булыр тип ышанабыҙ - йәш, дәртле, етмәһә, Баймаҡ.