Иғтибар
8 Января 2022, 08:08

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арнала, тиелә ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указда. 

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде
2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде
«Был ҡарар халыҡ сәнғәтен киң йәйелдереү һәм мәҙәни традицияларҙы, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы, этномәҙәни күп төрлөлөктө, бөтә халыҡтарҙың һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде», - тиелә документта.

Президент Рәсәй хөкүмәтенә ике ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас