Был грандиоз сара тураһында һөйләй торғас, телдәр талды, көтөп-көтөп тә көтөп ала алмаҫбыҙ һымаҡ ине (йә теге сәбәп кидеп сыға, йә быныһы) тик ул барыбер була.
8 майҙан эшләйәсәк, сауҙа ла итәсәктәр, концерт, күргәҙмәләр.... булмаған нәмә ҡалмай. Ҡунаҡтар күп буласаҡ, Ырымбур, Өфө, тағы әллә ҡайҙарҙан. Был көндө бөтөн Ермолаево, район яулыҡҡа төрөнөр, матур ҡыҙ ҡиәфәтен алыр кеүек. Һеҙ ҙә килмәй ҡалмағыҙ, фестиваль теүәл көндөҙгө 12 лә старт аласаҡ.