Все новости
Иғтибар
21 Июля 2022, 11:02

Башҡортостан халҡына нисек итеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәшәҡәттәрен өйҙән сыҡмай ғына хәл итергә

Төрлө йүнәлештәге тиҫтәләрсә сайт урынына дәүләт бер ҙур ресурс булдырҙы, унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле барлыҡ мәғлүмәт тупланған.

Башҡортостан халҡына нисек итеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәшәҡәттәрен өйҙән сыҡмай ғына хәл итергә
Башҡортостан халҡына нисек итеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәшәҡәттәрен өйҙән сыҡмай ғына хәл итергә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (ТКХ) ГИС-ы тип аталған системала әле үк республиканың 140 меңдән ашыу кешеһе теркәлгән, ә тотош ил буйынса – биш миллиондан ашыу. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре менән берлектә, телефондан айырылмайынса ғына, йәғни ресурс ярҙамында бихисап мәшәҡәттәрҙе хәл итеү юлдары тураһында һөйләйбеҙ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
ТКХ ГИС-ы сервисының интернеттағы адресы: dom.gosuslugi.ru. Уңайлы булһын өсөн телефонығыҙға ҡушымтаны күсереп алығыҙ. Айырым теркәлергә кәрәкмәй, «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге раҫланған яҙма аша инә алаһығыҙ.
1. Милекселәрҙең йыйылышын үткәреү
Белеүебеҙсә, идарасы компанияны алмаштырыу, сүп-сар торбаһын йәбештертеү, «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашыу йәки йортҡа ҡағылышлы берәй дөйөм мәсьәләне хәл итеү өсөн милекселәрҙең йыйылышын үткәрергә кәрәк. Күпселек халыҡ өсөн был әле лә мәшәҡәтле эш: ун көн алда барлыҡ милекселәрҙе яҙма рәүештә иҫкәртеү, бланктар баҫтырыу, милекселәрҙән ҡултамғалар (50%+1 кв. м.) йыйыу мотлаҡ.
Законға ярашлы, хәҙер йортта йәшәүселәр «ҡағыҙ» ярҙамында ойошторолған йыйылышты электрон вариантҡа алмаштыра ала. Идарасы компания һәм милекселәр үҙ башланғысы менән йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышын уҙғарып, көн тәртибендә ҡараласаҡ мәсьәләләрҙе барлай ала, бындай документтар юридик көскә эйә. Алым бик уңайлы: телефоныңда ҡушымтаны табаһың да тауыш бирәһең.
Был мөмкинлек ТКХ ГИС-ы аша эшләнә: «Өйҙә тауыш биреү» бүлегенә үтегеҙ һәм көн тәртибендәге бөтә һорауҙарға ла яуап бирегеҙ. Тауыш биреү тамамланғандан һуң шунда уҡ протокол һәм һөҙөмтәләр менән таныша алаһығыҙ.
2. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ түләү
Банктар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр түләүҙән бәләкәй генә булһа ла комиссия ала. Ни өсөн артығын түләргә? Янда ҡалған аҡсаға балаға туңдырма булһа ла алырға мөмкин бит.
Комиссияһыҙ түләү башҡарыу өсөн ТКХ ГИС-ында шәхси иҫәбеңде беркетергә кәрәк. Бер юлы бер нисә иҫәпте индерергә мөмкин: мәҫәлән, һеҙ атай-әсәйегеҙ, өләсәйегеҙ өсөн дә түләй алаһығыҙ. Шәхси кабинетҡа инеп, «Шәхси иҫәпте шәхси кабинетҡа беркетергә» тигән төймәгә баҫабыҙ. «Шәхси иҫәптәр исемлеге» бите килеп сығасаҡ һәм «Шәхси иҫәпте беркетергә» төймәһен һайлайбыҙ. Асылған тәҙрәлә «Йорт адресы»на баҫығыҙ һәм адресығыҙҙы, шәхси иҫәп һандарын (квитанциянан ҡарарға мөмкин) яҙығыҙ. Тағы берҙе тикшерегеҙ һәм дөрөҫ булһа, «Беркетергә» командаһын һайлағыҙ. Әҙер булды!
Асылған формала һеҙҙең йорт булмаһа, был хаҡта идарасы компанияға һәм Дәүләт торлаҡ инспекцияһына хәбәр итегеҙ.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн нисек түләргә? «Эштәр» («Действия») бүлегенә инеп, «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләргә» тигән урынды һайлап, түләргә тейешле сумманы яҙырға. Идарасы компанияның исеме дөрөҫ булыуын мотлаҡ тикшерегеҙ, төрлө хәл булыуы ихтимал.
Түләү алымын һайлағыҙ. Беренсеһе – үҙегеҙҙең банк картаһы ярҙамында түләү, әммә был комиссия алынған иҫке вариант. Икенсеһе – «Виртуаль донъя» янсығын асыу. Ул – банктың бушлай виртуаль картаһы, сығарыу һәм хеҙмәтләндереү өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. «Виртуаль донъя» картаһына өс мең һумдан күберәк аҡса һалһағыҙ, комиссия алынмай, әгәр аҡса ошо сумманан кәмерәк булһа, 20 һум аласаҡтар.
3. Иҫәп ҡорамалдарының күрһәткесен тапшырабыҙ
Шәхси иҫәпте беркетегеҙ (2-се пунктты ҡарағыҙ). Шәхси кабинеттың төп битендә «Иҫәп ҡорамалдарының күрһәткесен тапшырыу» гиперһылтанмаһына йәки «Торлаҡ биналар» тәҙрәһендәге «Күрһәткестәрҙе индерергә» төймәһенә баҫырға. Артабан «Иҫәп ҡорамалдары буйынса ағымдағы күрһәткестәрҙе индереү» бите асыласаҡ. Иҫәпләгес күрһәткестәрен шунда яҙып, «Һаҡларға» тип баҫығыҙ.
4. Ғариза ҡалдырыу йәки идарасы компанияның эшенә баһа биреү
Әгәр идарасы компания ихатаны йыйыштырмаһа, торбаларҙы төҙәтмәһә йәки башҡа төрлө бурыстарын үтәмәһә, ҡыйыу рәүештә мөрәжәғәт яҙығыҙ. Мәсьәлә артабан да хәл ителмәһә, тикшереү органдарына хәбәр итегеҙ. Был – һеҙҙең хоҡуҡ, сөнки хеҙмәтләндереү өсөн аҡса түләйһегеҙ.
Шәхси кабинетта «Мөрәжәғәт йәки ялыу ебәреү» функцияһын һайларға. «Йорт/биләмә адресы»ның уң яғындағы төймәгә баҫырға һәм проблемалы һорау ҡағылышлы йорттоң адресын яҙырға. Барлыҡ пункттарҙы ла тултырырға. «Мөрәжәғәттәр өсөн тема» бүлегендә тап килгәнен һайларға. Әгәр бер нимә лә тура килмәһә, «Икенсе тема» тигәнде мөмкин.
«Мөрәжәғәт адресаты» тигән урында аҫҡа ҡараған уҡҡа баҫһағыҙ, мөмкин булған адрестар исемлеге килеп сығасаҡ, унда үҙегеҙҙең идарасы компанияны ҡуйырға кәрәк. Быны уның ИНН-ы буйынса ла эшләргә мөмкин (иҫәп квитанцияһында бар). Әгәр был алым менән таба алмаһағыҙ, «Киң эҙләү» функцияһын һайлағыҙ.
Ялыу «Мөрәжәғәт тексы» тигән урынға яҙыла. Мөмкин тиклем ҡыҫҡа һәм аңлайышлы хәбәр итегеҙ. Кәрәк булһа, фотоһүрәт һәм документтарҙың күсермәһен беркетегеҙ.
«Ебәрергә» тигән төймәгә баҫырға. Мөрәжәғәт ебәрелде. Бындай хәбәрҙәр рәсми хат һанала һәм уларға тиҙ арала яуап бирергә тейештәр.

Башҡортостан халҡына нисек итеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәшәҡәттәрен өйҙән сыҡмай ғына хәл итергә
Башҡортостан халҡына нисек итеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәшәҡәттәрен өйҙән сыҡмай ғына хәл итергә
Автор:
Читайте нас: