Байтаҡтан ултыра, бөгөн 5-се төндө төнәне. Ултырһа, ултыра бирһен тиер инең, беҙҙең яндан кеше аяғы өҙөлгәне юҡ, ҡамасаулай. Тышҡа сыҡҡан һайын ҡарап-ҡарап торабыҙ ҙа, фараз ҡыла башлайбыҙ:
- Эсеп киттеме икән әллә?
- Бәлки, ошо тирәлә йәшәгән һөйәркәһе барҙыр, шунда яталыр? - был фараздарҙы донъя күргәнерәктәре әйтә, күҙҙәре янып китә хатта, ирен яланып ҡуйыла.
- Ауырып-фәлән киткәндер, йә башҡа бәләгә тарығандыр, - былары дингә яҡыныраҡ торғандары йә олораҡ кешеләр фекере.
Ҡалай булһа ла, машинаны алырға кәрәк, ҡамасаулап, урын алып ултырыуы бер хәл, ҡыш ишек шаҡый, ҡыйыҡтан ҡар килеп төшөп, емереп ташлауы ихтимал.
Бәлки, машина хужаһы беҙҙе уҡыр, күрер, ишетер (уның хәлдәре яҡшы булыуына өмөтләнәбеҙ). Фараздарға нөктә ҡуйыр.