Юғиһә, бик йыш күҙәтәбеҙ, материал ҡуйыла, ә эскә, сайтҡа, кереп ҡарап тормай, фотоға ғына бағып, фекер йөрөтә башлайҙар. Әле, мәҫәлән, конкурс бара, уңды-һулды ҡарап-белеп, айышына төшөнөп тә тормай, "Юбилейың менән, тыуған көнөң менән, фәләнең менән, төгәнең менән" тип ҡотлай башлайҙар. Абайламаҫтан, берәй ҡараңғыраҡ фотоңды ҡуйһаң, ауыры тупрағың еңел булһын, һәйбәт кеше инең, йәшләй киттең тип яҙып, тереләй ерләп ташлауҙары ла ихтимал.
Ҡыҫҡаһы, эскә инегеҙ, тартынмағыҙ.