Все новости
Илһөйәрлек
29 Июня 2018, 12:20

БӨЙӨК ЕҢЕҮГӘ – ЯҠШЫМБӘТТӘРҘЕҢ ӨЛӨШӨ

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Яҡшымбәт төбәге ауылдарынан фронтҡа 70 баш ат, 7 дана арба-бричка, 600 дана төрлө кейем-һалым – тун, һырма, ойоҡ, бейәләй, быйма һәм башҡалар ебәрелгән. 120 бот аҙыҡ-түлек: ит, май, киптерелгән картуф, бал оҙатылған. Яҡташтарыбыҙ бер миллион һумлыҡ хәрби заемға яҙылған.

Яҡшымбәт ауыл советы ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 433 кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың 149-ы яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмаған, 49-ы билдәһеҙ юғалған. Үҙ ғүмерҙәрен Тыуған илебеҙ өсөн биргән яҡташтарыбыҙ исемдәрен мәңгеләштереү буйынса бихисап эштәр башҡарҙыҡ, башҡарабыҙ. «Хәтер» китабын сығарҙыҡ, обелисктар, таҡтаташтар эшләттек. Был осорға бәйле иҫтәлек, тарихи документтарҙы, ҡомартҡыларҙы Яҡшымбәт урта мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйыу эштәре дауам итә. Улар йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә ерлекле материалдар булараҡ уҡыу йорто уҡытыусылары тарафынан уңышлы ҡулланыла,

Читайте нас: