Все новости
Илһөйәрлек
29 Июня 2018, 12:15

ЯҢЫНАН БАРЛАР КӘРӘК

Көйөргәҙе районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Һуғышта баштарын һалған яҡташтарыбыҙ «Китап» нәшриәтендә 1997 йылда донъя күргән «Хәтер» китабына (14-се китап) тупланған. Йылдар үткән һайын был исемлектең тулы түгеллеге, унда индерелмәгән яугирҙәребеҙ асыҡланып тора.

Көйөргәҙе районынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Һуғышта баштарын һалған яҡташтарыбыҙ «Китап» нәшриәтендә 1997 йылда донъя күргән «Хәтер» китабына (14-се китап) тупланған. Йылдар үткән һайын был исемлектең тулы түгеллеге, унда индерелмәгән яугирҙәребеҙ асыҡланып тора.

Ҡалта ауылында тыуып үҫеп, Ырымбур өлкәһенән фронтҡа киткән һәм Польшаны азат иткәндә һәләк булған, шунда ерләнгән 4-се гвардия танкыларҙы тар-мар итеү артиллерия бригадаһының 277-се гвардия полкы командиры капитан Хәмәтхужа Миңлеғужа улы Бикташевтың да исем-аты был китапта юҡ. Шул хаҡта беҙгә уның туғаны, хәҙер Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Раил Сәлимгәрәй улы Хоҙайбирҙин хәбәр итте.

Хәмәтхужаның бер туғаны Рысҡужа Миңлеғужа улы Бикташев (1915 йылғы) тыуған районынан һуғышҡа киткән һәм Литваны немец фашистарынан азат иткәндә һәләк булған. Ә ауылдашы, мәрхүм уҡытыусы Ҡәттәл Арғынбаев яҙыуынса, ул 1941 йылда Мәскәү өсөн барған һуғышта һәләк булған. Был асыҡлауҙы талап итә. Фронтҡа Көйөргәҙе районынан алынғас, ул үрҙә аталған «Хәтер» китабында бар. Тимәк, беҙҙең алда һәр ауылдан яуға киткән ир-егеттәребеҙҙең, ҡыҙҙарыбыҙҙың исем-шәрифтәрен яңынан барлау, исемлектәрҙе яңыртып төҙөү зарурлығы тора. Хәмәтхужа Бикташев хәрби батырлыҡтары өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм Александр Невский ордены менән бүләкләнгән. Һуңғы орден менән фәҡәт һуғыш барған ҡатмарлы шарттарҙа хәрби бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән, ғүмерен аямай еңеүгә өлгәшкән әҙерлекле офицерҙар ғына наградлана. Әгәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ике йә унан да күберәк орденға лайыҡ була икән, улар район энциклопедияһына индерелә. Хәмәтхужа Бикташев та унда лайыҡлы урынын алырға тейеш.

«Юшатыр» гәзитенең быйылғы 27 апрелдә сыҡҡан һанында Австрияны азат иткәндә яу ҡырында батырҙарса һәләк булған 5 яҡташыбыҙҙың исем-аты, ҡайҙа ерләнеүҙәре һәм быға тиклем уларҙың хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булыуҙары хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Улар араһында Ғәзиз Әхмәт улы Саттаров та бар. Волонтерҙар был фактты яңы асыҡлаһа ла, күрәһең, туғандары Ғәзиздең ҡайҙа һәләк булғанын электән яҡшы белгән, сөнки «Хәтер» китабында ул Австрияла ерләнгән, тип яҙылған. Был хаҡта беҙгә хәҙерге көндә Үрге Бабалар ауылында йәшәүсе Нурия Латиф ҡыҙы Вәлитова ла әйтте:

– Мин тыумышым менән Яңы Юл ауылынанмын. Атайым менән Ғәзиз бер туғандар. Әхмәт Саттаровтың улдары. Атайым Латиф 1909 йылда тыуған, ә Ғәзиз 1913 йылғы. Атайым пехотала Дон далаларында һуғышҡан. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. 1982 йылда мәрхүм булды. Ул ҡустыһының ҡайҙа һәләк булғанын белә ине, – тине. Волонтерҙарҙың беҙгә еткергән хәбәренән шуныһы әһәмиәтле: Ғәзиз Саттаров Түбәнге Австрияның Нойленгбах тораҡ пунктын азат иткәндә 1945 йылдың 22 апрелендә һәләк булған. Был факт та бик әһәмитәле.

Ә бына Абдул ауылында тыуып үҫкән Ғәли Усман улы Ғәбитов «Хәтер» китабында, хәбәрһеҙ юғалған, тип яҙылған. Ҡайҙа һәләк булғанын әлеге «Ҡайтарылған исемдәр» халыҡ-ара хәрби-мемориаль үҙәге асыҡланы: ул Түбәнге Австрияның Санкт-Пельтен тораҡ пунктын азат иткәндә 1945 йылдың 16 апрелендә һәләк булған. Яңы Морапталдан Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисов, уның ысын исеме Ғәни була торғайны, тип шылтыратты. Быны ла ныҡлап асыҡлайһы бар.

Үрҙә яҙылғандарҙан күренеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең барыһы хаҡында ла төплө беләбеҙ, тип ауыҙ тултырып әйтә алмайбыҙ. Уларҙың тулы биографияларын, ҡаһарманлыҡтарын тағы бер тапҡыр ныҡлап тикшереп, исемлектәрҙе яңыртып төҙөп, исемдәрен мәңгеләштереү буйынса, волонтерҙар менән бер рәттән, районыбыҙ йәмәғәтселеге лә әүҙемлек күрһәтһә ине.


Читайте нас: