Все новости
Илһөйәрлек
31 Августа 2018, 14:51

АКЦИЯ ДАУАМ ИТӘ

Белеүегеҙсә, йыл башында, Көйөргәҙе районы Хәйриә Фонды, Советтар Союзы Геройҙары Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин, Морат Ҡужаҡов һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтарҙың суйын һындарын ҡойоу һәм мәңгеләштереү өсөн аҡса йыйыу буйынса акция иғлан иткәйне.

Белеүегеҙсә, йыл башында, Көйөргәҙе районы Хәйриә Фонды, Советтар Союзы Геройҙары Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин, Морат Ҡужаҡов һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновтарҙың суйын һындарын ҡойоу һәм мәңгеләштереү өсөн аҡса йыйыу буйынса акция иғлан иткәйне.

Быйылғы Еңеү байрамы айҡанлы, Сәлмән Биктимеровҡа һәм Хәсән Ғайсинға ҡойолған суйын һындар Ермолаево ауылының Батырҙар скверына ҡуйылды. Был турала мәғлүмәт сараларында ла яҙылды, хәбәр ителде, күрһәтелде.

Ошо көндәрҙә, Көйөргәҙе районы Хәйриә Фондына Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡовтың ҡыҙы Зилара Баева һәм улы Марат Ҡужаҡов килеп, аталарының суйын һындарын эшләтеү өсөн Фондҡа аҡса индерҙе. Советтар Союзы Геройы Сәлмән Биктимеровтың улы Харрас Биктимров та аҡсалата ярҙам күрһәткәйне. Уларға Хәйриә Фонды исеменән оло рәхмәтемде белдергем килә.

Әйткәндәй, бәлки, Морат Ҡужаҡовтың һәм Хөрмәт Хөсәйеновтың балаларының, туғандарының, яҡындарының һәм башҡа яҡташтарыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең был акцияла ҡатнашлыҡ итергә изге теләктәре барҙыр. Рәхим итегеҙ!
Ярҙам күрһәтергә теләүселәргә беҙҙең реквизиттар:

Благотворительный Фонд поддержки социального развития муниципального района Куюргазинский район (БФ МР Куюргазинский район)

ИНН 0233995084

КПП 023301001

ОГРН 1130200001425

Башкирский РФ АО «Россельхозбанк»,

г. Уфа р/с 40703810262320000006

кор. счет 30101810200000000934

БИК 048073934

453360, Республика Башкортостан, Куюргазинский район, с. Ермолаево, ул. Советская, д. 69

Телефоны для справок: 8 (987)-050-11-20;

8 (964)-956-84-82
Читайте нас: