Все новости
Илһөйәрлек
7 Сентября 2018, 13:11

ҠӘҘЕРЛЕ ҠОМАРЛЫҠ

Кешенең батырлығы бер ҡасан да онотолмай.

Кешенең батырлығы бер ҡасан да онотолмай.


Фәсхетдин Әбсәләмов Яманғол ауылында тыуып үҫкән. 1943 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә ул. Нарев исемле йылғаны форсировать иткән ваҡытта, фашистар ҡалдырған бер атҡа атлана ла йылғаның икенсе ярына сыға Яманғол егете һәм телефон элемтәһен булдыра. Был беҙҙең ғәскәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Плацдармды Совет һуғышсылары ала, тик ошо һуғышта ефрейтор Әбсәләмов батырҙарса һәләк була. Бер йыл дошмандар менән ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан Фәсхетдин батыр ана шулай алыҫ Польша ерендә баш һала. Уға был саҡта ни бары 18 генә йәш була.

Фәсхетдин ҡаһармандың Яманғол ауылында йәшәүсе бер туған һеңлеһе Мәрзиә Дәүләтшина йылдар дауамында ағаһының яҙмышы хаҡында белергә теләп, хәрби комиссариат тупһаһын тапай. Ләкин күптән түгел генә геройҙың ҡайҙа ерләнгәне билдәле булды, һәм уға тәғәйен 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордены ла табылды. Кисә Яманғолда ошо орденды Мәрзиә Хөснөтдин ҡыҙына тапшырыу тантанаһы булды. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Эрнест Кәбиров үҙе ауылға килеп, ҙур рәхмәттәр әйтеп инәйҙең ҡулына ҡәҙерле ҡомартҡыны тапшырҙы.

- Миңә әле 81 йәш. Туғандарым араһынан бер үҙем генә иҫәнмен. Шуға ошо бәхетле мәлдәрҙе үҙем генә кисерәм. Фәсхетдин ағайымдың әрмегә киткәнен бөгөнгөләй хәтерләйем. Мине ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып хушлашты. Ағайым үҙемде ныҡ яратты, үҙе ашамаһа ашаманы, һуңғы икмәк киҫәген дә миңә бирә торғайны. Ике йыл инде хәрби комиссариат тупһаһын тапаным. Бөгөн иһә ағайым үҙе ҡайтҡандай булды. Гүйә уны яңынан күрҙем, шуға шатланам, күңелемдән ҙур йөк төштө.

Ағайым фронтҡа Максимовка ауылындағы дуҫы Владимир Кириев менән киткән. Ул ауыл хәҙер юҡ инде. Һуғышҡа керер алдынан береһе үлһә, икенсеһе ҡәҙерләп күмергә тейеш, тип һүҙ ҡуйышҡандар улар. Ана шул дуҫы хөрмәтләп ерләгән ағайымды Польша ерендә. Аҙаҡ һуғыштан ҡайтҡас, ошо хаҡта беҙгә хәбәр итте, - тип хәтерләй Мәрзиә инәй.
Читайте нас: