Ермолаевола йәшәүсе Сәмерхан Юлтаев элекке өс Мотал ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәттәр туплау менән шөғөлләнә. Ул көтмәгәндә Үрге Мотал ауылынан фронтҡа алынған Йәғәфәр Сабир улы Туҡтаров хаҡындағы мәғлүмәттәргә тап була.
Яҡташыбыҙ 1921 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҫеп егет ҡорона еткәс, Ермолаево спирт заводында эшләгән. 1940 йылда Эшсе, крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хәрби хеҙмәткә алынып, ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан. 1943 йылдың 23 авгусынан Йәғәфәр Туҡтаров Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. Ул 51-се һанлы Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Климентий Ворошилов исемендәге уҡсы дивизияның 122-се гвардия артиллерия полкының батарея командиры вазифаһында һуғыша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Ҡыҙыл байраҡ» ордены менән наградлана. Өс орденға лайыҡ булған Үрге Мотал ауылы яугиры һис шикһеҙ район энциклопедияһына индерелергә тейеш. Ләкин Сәмерхан Юлтаев тапҡан мәғлүмәттәрҙең иң ҡыҙығы шунда - Йәғәфәр Туҡтаров Одер йылғаһын дошмандан азат иткәндә күрһәткән батырлығы өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә. Был турала полк командиры булған Коротких тигән хәрбиҙең 1945 йылдың 18 апрелендә тултырылған наградлау тураһындағы документы бар. Үкенескә ҡаршы, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уға Герой исеме бирелмәй ҡала.
Йәғәфәрҙең һуғыштан һуң Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында йәшәп, телевизион станцияла яуаплы урында эшләгәне һәм шунда вафат булып, ерләнгәнлеге хаҡында мәғлүмәттәр бар. Зөһрә исемле ҡыҙ, Таһир исемле ул үҫтергән. С. Юлтаевтың әйтеүенсә, улар Башҡортостанда йәшәргә тейеш. Был мәҡәләне уҡып, Йәғәфәр Туҡтаровтың балалары «Юшатыр» гәзите аша ҡаһарман аталары хаҡындағы яңы мәғлүмәттәре менән бүлешер, тип ышанабыҙ.
Фотолар Әмерхан ЮЛТАЕВТЫҢ шәхси архивынан алынды