27 ғинуарҙа илебеҙ Ленинград блокадаһынан тулыһынса азат ителеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Бар ил, бар донъя Ленинград блокадаһын хәтерләп ҡайғы уртаҡлашҡанда, яҡшымбәттәр ҙә был ҡалала ыҙа сиккәндәрҙе иҫкә алды.
Яҡшымбәт ауылында был көндө һәйкәл янында митинг уҙҙы. Унда ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов, мәктәп директоры Гөлнур Аҡһарова, ветерандар советы рәйесе Фирҙәүес Дәүләтшина, ауыл советы хакимиәте идарасыһы Гөлшат Бикмаева, мәктәп уҡыусылары һәм башҡа ауылдаштарыбыҙ ҡатнашты.
Блокада ҡорбандарын иҫкә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ урынлашҡас, һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ. Уҡыусылар был тарихи ваҡиға тураһында бик күп белә һәм уның мәғәнәһен дә яҡшы аңлай.