Все новости
Илһөйәрлек
29 Января 2019, 12:06

ЙЫЛЫ МӨХИТТӘГЕ ҠЫШҠЫ КӨН

Үткән шәмбелә быйылғы йылда тәүге тапҡыр «Ғаилә ялы» көнө уҙҙы.

Үткән шәмбелә быйылғы йылда тәүге тапҡыр «Ғаилә ялы» көнө уҙҙы. Сара «Әкиәттә ҡунаҡта» тип аталһа ла, уны ойоштороусылар — район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Ғаилә» үҙәгенең Көйөргәҙе районы бүлеге белгестәре иң тәүҙә 27 ғинуарҙа илебеҙ билдәләгән һәм барлыҡ Рәсәй халҡы өсөн бик мөһим булған Ленинград блокадаһы темаһы менән башлап ебәрҙе.

Ололар һәм балалар тәүҙә Ленинград блокадаһы тураһында фильм ҡараны, Таня Савичева көндәлектәренән өҙөктәр тыңланы. Шунан һуң ғына беҙҙең ғаилә ялдарының йолаһына әүерелгән эштәргә тотондоҡ. Балалар театр реквизиттары һәм бармаҡ театры буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды. Үҙҙәренең ҡулдары менән кәрәкле әкиәт геройҙарын әҙерләгәс, улар актерлыҡ оҫталығы дәресе менән танышты һәм «Тирмәкәй», «Йомро икмәк» әкиәттәренең заманса варианттарын сәхнәләштереп күрһәтте.

Ата-әсәләр ҙә ваҡыттарын бушҡа уҙғарманы. «Ғаилә» үҙәге психологы уларға балаларҙы тәрбиәләүҙә әкиәттәрҙең роле хаҡында ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Шулай итеп, бик һыуыҡ ҡышҡы көн булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ғаилә ялы бик күңелле һәм йылы мөхиттә үтте. Икенсе сарабыҙға кешеләр тағы ла күберәк килер, тип ышанабыҙ һәм февраль аҙағында һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Иғландарҙы күҙәтеп барығыҙ!
Читайте нас: