Все новости
Илһөйәрлек
13 Мая 2019, 12:24

Герой исеме ҡушыласаҡ

Кеше, ҡалай ғына тимә, үҙенән һуң ниндәйҙер яҡты эҙ ҡалдырырға тырыша. Кемдеңдер был килеп сыға - халыҡ хәтерендә ҡала, кемдер, күпме яфаланмаһын, әллә ни бейеклектәр яулай алмай.

Кеше, ҡалай ғына тимә, үҙенән һуң ниндәйҙер яҡты эҙ ҡалдырырға тырыша. Кемдеңдер был килеп сыға - халыҡ хәтерендә ҡала, кемдер, күпме яфаланмаһын, әллә ни бейеклектәр яулай алмай. Иҫән сағында уҡ, тормошта аҙмы-күпме дан яуланымы, уйлай башлай: тәк, үлеп-фәлән китһәм, миңә музей асырҙар, иҫтәлектәр яҙырҙар, йырҙар ижад итерҙәр, йәшәп киткән өйөмә таҡтаташ ҡуйырҙар, исемемде урамғамы-ҡайҙа ҡушырҙар.

Ысынлап та, был йәһәттән властар эште шәп алып бара, исем ҡушылмаған ер ҡалманы, буғай. Дан-шөһрәтле кешеләребеҙ ныҡ артып китһә, нимәләргә ҡушырбыҙ исемдәр - баш етмәй. Мәктәпкә тиер инең, улары кәмей бара, ауыл урамдары тиер инең, унда ла эт өргән тауыш та сыҡмай башланы.

Исемдәре халыҡ хәтерендә мәңге ҡалыр һәм бер кемдә лә бәхәс тыуҙырмаҫ кешеләр - Советтар Союзы Геройҙары. Улар данын тағы ла нығыраҡ мәңгеләштереүгә беҙгә йәнә бер сәбәп бар. Ермолаевоның 1-се мәктәбе уҡыусылар араһында патриотизм тәрбиәләү конкурсында еңгән. Һәм был мәктәпкә Советтар Союзы Геройы исеме ҡушырға тулы хоҡуҡ бирелгән. Бының нимәһе бар инде, еңгән икән еңгән, тип уйламағыҙ, 376 мәктәп араһынан бары тик 17 мәктәп кенә еңеүсе булған, бының шулай булғаны һәйбәт тә - еңеүҙе тәмлерәк, татлыраҡ итә. Афариндар!

Яҙа-йоҙа ғына уҡып, йөкмәткене бик аңламай, районда мин атаҡлы кеше, батыр, мәктәпкә минең исемде биреүҙе юллай ҙа башларға кәрәк, тип уйлағандар өсөн: 1-се мәктәпкә Советтар Союзы Геройы исеме генә бирелә ала.

Был белем усағы, һис шикһеҙ, заманында ошо мәктәптә белем алған Ермолаево ҡаһарманы, Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошивиндың исемен йөрөтәсәк.
Читайте нас: