Все новости
Илһөйәрлек
10 Октября 2020, 17:00

Викторина: Республикабыҙҙың нимәләр менән ғорурланыуына ҡағылышлы һигеҙ һорау

Алда – Республика көнө. Был байрам айҡанлы беҙ, ғәҙәттә, тыуған төйәгебеҙҙе яратыуыбыҙ, уның халҡы, хозурлығы һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләйбеҙ. Шуға күрә был юлы беҙ ҙә алда көтөлгән ваҡиғалар йәки яңы закондар тураһында яҙмаҫҡа булдыҡ, ә һеҙҙең өсөн үҙенсәлекле тест-викторина әҙерләнек.

1. Был ауыл-ҡалаларҙың ҡайһыһы бер ҡасан да баш ҡала булмаған?
А) Ырымбур
Б) Стәрлетамаҡ
В) Темәс
Г) Бөтәһе лә булған
2. Нисек уйлайһығыҙ, Өфө Париждан ҙурмы, бәләкәйме?
А) Күпкә бәләкәй, Париж – бит тотош дәүләттең баш ҡалаһы
Б) Париж менән яҡынса бер сама
В) Өфө Париждан күпкә ҙурыраҡ
3. Революцияға тиклем беҙҙең төбәккә ватан әҙәбиәтенең буласаҡ классиктары килергә яратҡан. Мәҫәлән, Лев Толстой бына нимә тип яҙған: «Йыл дауамында мәктәптәр менән булыштым, шул тиклем йонсоном һәм ауырып киттем. Барыһын да ташланым да башҡорттарға сығып киттем – саф һауа һуларға һәм ... ». Классиктың фекерен тамамлап ҡуйығыҙ.
А) Баллап сәй эсергә
Б) Ҡымыҙ эсергә
В) Уларҙың матур аттарында йөрөргә
4. Күптәр республиканың ауыл хужалығының төп өлөшөн һөт һәм шәкәр сөгөлдөрө тәшкил итә, тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта беҙ Рәсәйҙә түбәндәге төр буйынса иң алдынғы һаналабыҙ:
А) Ҡыяр һәм помидор
Б) Ҡара икра
В) Ҡарбуз һәм виноград
5.Һуғыш йылдарында республикаға йөҙҙәрсә завод, шул иҫәптән ошо мөһим уҡыу йорто эвакуациялана, уның сығарылыш белгестәре һуңынан бөтә донъяға таныла.
А) Разведчиктар мәктәбе
Б) Әҙәпле ҡыҙҙар институты
В) Партия Үҙәк комитетының генсектар академияһы
6. 2004 йылда Лондонда «Сотбис» аукционында беҙҙең билдәле яҡташыбыҙҙың картинаһын миллион долларға һатып алалар. Был кемдең эше?
А) Александр Тюлькин
Б) Михаил Нестеров
В) Наил Латфуллин
7. Беҙҙең республика альтернатив энергетика буйынса лидерҙарҙың береһе һанала. Ниндәй төр тураһында һүҙ бара?
А) Атом
Б) Ҡояш
В) Ел
8. Башҡортостан Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң иң «йәшел» һәм иң таҙа төбәктәренең береһе һанала. Урман – беҙҙең милли байлығыбыҙ. Ниндәй ағас беҙҙә иң ныҡ таралған?
А) Йүкә
Б) Ҡарағай
В) Имән
Ә хәҙер үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ!
1) Г. Ысынлап та, бөтә был тораҡ пункттар үҙ мәлендә баш ҡала булған. Ырымбур оҙаҡ йылдар губерна үҙәге була, уға әлеге Башҡортостан ерҙәре лә ҡарай. Баймаҡ районының Темәс ауылы 1919 йылдың ғинуар-февралендә Башҡорт хөкүмәтенең резиденцияһы (Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы) һәм 1919 йылдың яҙында Совет Башҡортостаны хөкүмәтенең баш ҡалаһы булып иҫәпләнә. Артабан баш ҡала Стәрлетамаҡҡа күсерелә. Ә 1922 йылда был статус Өфө ҡалаһына бирелә.
2) В. Өфө – Европа үлсәмдәре буйынса ҡарағанда бик ҙур ҡала. Уның 707 квадрат километрға тиң биләмәһендә бер түгел, ете Париж (105 кв.км) йәки бер юлы Мальта, Лихтенштейн һәм Сан-Марино урынлаша ала!
3) Б. Лев Толстой Башҡортостанды шул тиклем ныҡ яратҡан, бында йыл һайын килгән. Ул урындағы халыҡ менән аралашҡан, уның тормош-көнкүреше, фольклоры менән танышҡан, милли уйындар уйнаған, хатта ҡиммәтле бүләктәр ҡуйып, ат бәйгеләре ойошторған. Ул шулай уҡ башҡа яҙыусыларға ла, мәҫәлән, чахотка сиренән ыҙалаған Антон Чеховҡа Башҡортостанға барып ял итергә тәҡдим иткән. Ул ҡатыны менән оҙаҡ ваҡыт йәшәгән шифахана Әлшәй районында әле лә эшләй.
4) А һәм Б. Был ысынлап та шулай. Беҙҙәге климат үтә йомшаҡтан түгел, әммә эште белеп һәм һөйөү менән тотонғанда ҡыяр һәм помидор яҡшы үҫә. Бер йыл эсендә Башҡортостанда 40 мең тонна йәшелсә йыйыла. Уның төп өлөшө Өфө һәм Бүздәк райондарына тура килә. Әйткәндәй, ҡарбуз менән виноград та ярайһы уҡ яҡшы үҫә, әммә ул башлыса урындағы ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә. Был йәһәттән көньяҡ төбәктәр менән ярыша алмайбыҙ, әлбиттә.
Рәсәйҙә деликатес икра етештереү буйынса иң ҙур етештереү майҙансыҡтарының береһе Краснокама районында урынлашҡан. Шуны ла әйтергә кәрәк, продукцияның күп өлөшө эре сауҙа селтәрҙәренең махсус заказы буйынса Мәскәүгә оҙатыла.
5) А. Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостанда ике разведка мәктәбе була: Өфөлә һәм Кушнаренкола. Береһе үтә йәшерен мәктәп һанала, уның хаҡында әлегәсә бер нәмә лә билдәле түгел. Ә Кушнаренколағы разведчик-диверсанттар әҙерләү мәктәбенең тарихы ярайһы уҡ өйрәнелгән. Уның иң билдәле сығарылыш белгестәренең береһе – легендар разведчик Маркус Вольф (махсус мәктәптәге псевдонимы – Курт Ферстер). Артабан ул генерал-полковник, ГДР-ҙағы «Штази»ҙың башлығы булып китә.
6) Б. Михаил Нестеровтың «На земле покой» тигән картинаһын билдәһеҙ кеше 1,2 миллион долларға һатып ала. Был – Нестеровтың рекорды. Бығаса уның Шаляпин коллекцияһынан «Видение отроку Варфоломею» тигән эшен 836 мең долларға һатып алған булалар.
7) Б. Октябрьский ҡалаһы янында бер нисә ел станцияһы бар, ә Ағиҙел ҡалаһында атом станцияһы төҙөү күҙалланғайны. Ә бына ҡояш энергетикаһы буйынса беҙ ысынлап та алдынғылар рәтендә һаналабыҙ.
Метеорологтар мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың көньяҡ райондарында йылдың яҡынса 260 көнө – ҡояшлы. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙә ундай көндәр – 114, Сочиҙа – 190. Экологик күҙлектән алып ҡарағанда, ҡояш электростанциялары тулыһынса зыянһыҙ, төрлө ҡалдыҡтар менән һауаны бысратмай.
Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге эре компаниялар эргә-тирә биләмәне таҙа энергия менән тәьмин итерлек бихисап ҡояш электростанциялары төҙөнө һәм был эште дауам итә.
8) А. Рәсәйҙәге йүкә урмандарының 80 проценты Башҡортостанға тура килә, был – миллиондан ашыу гектарға тиң биләмә. Бына ни өсөн беҙҙең бал донъяла иң тәмлеһе һанала!
Дөрөҫ яуаптарығыҙ нисәү булды?
Дүрт һәм унан кәмерәк – тырышлығығыҙ маҡтауға лайыҡ.
Биш – һеҙ белемегеҙҙе арттырҙығыҙ, киләһе юлы бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирәсәкһегеҙ!
Алты – бик шәп!
Ете – афарин!
Һигеҙ – һеҙ афарин ғына түгел, ә бер нисә тапҡыр афарин!
Читайте нас: