Йәш быуынды кем хәстәрләй,
Йәштәрҙе кем күтәрә.
Бөгөнгө һалҡын замандан
Киләсәккә үткәрә?
Тән йылыһы тундан булһа,
Йән йылыһы юҡ хәҙер.
Яңы быуат балалары
Кемдән көтәләр ҡәҙер?
Атай-әсәй биргән ҡәҙер
Юлға сыҡһаң юғала.
Ҡолон һымаҡ иркә кешнәп
Ҡайтҡы килә шуға ла.
Кем өйрәтә аҙашмаҫҡа,
Сығырға дөрөҫ юлға.
Ил инәһе булыр ҡыҙға,
Аҡһаҡал булыр улға?
Һорау өҫтөнә һорауҙы
Үҙемә биргән булам.
Яҙмыш, тигән ағасымдың
Емешен тиргән булам.
Янмаҫ-туңмаҫ бер хәҡиҡәт
Яйлап ҡына асыла.
Ул Башҡортлоҡ, милләтемдең
Йәшәү көсө, асылы.
Йәш быуынды киләсәккә
Тик Башҡортлоҡ үткәрер.
Ғорур, ҡеүәтле милләтте
Тағы күккә күтәрер.