Илһөйәрлек
9 Января 2021, 09:26

Утыныбыҙ ҡоро әле

Ирекмәндәр өсөн ял юҡ, властағы кешеләр өсөн дә ял булмай – үҙ биләмәһендәге һәр кеше, һәр һелкенгән ҡыуаҡ өсөн улар яуаплы, бындай осраҡта тыныс йоҡлап ятып ҡара. Тел, милләт тип янғандарҙың да ял итергә ваҡыттары юҡ.#КривляИлюшкино#Юшатыр#Беҙбергә

6 ғинуар көнө Керәүле-Илюшкин ауылына сыуашым тип йәшәгән яҙыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр килгән. Стәрлетамаҡтан. Ауылдың иң әүҙем кешеләрен йыйып, байтаҡ ҡына әңгәмәләшкәндәр. Сыуаш проблемаһы, башҡорт, татарҙың да пробелмаһы, бер үк яҙмыш, бер үк яныуҙар. Ҡунаҡ әҙиптәр китаптар бүләк иткән, ҡоро ҡул килмәгән. Көндәр һыуыҡ, юлдар алама, етмәһә, ял мәлдәре тип тормай, ошолай һуҡмаҡтарын һыуытмауҙары Керәүле халҡына дәрт өҫтәгән – утыныбыҙ ҡоро, милләт усағыбыҙ әле яна икән.
Читайте нас