Илһөйәрлек
19 Февраля 2021, 06:27

Ысын ир булып үҫегеҙ

Ишмөхәмәтов Илдар - Яңы Таймаҫ гимназияһын бөткән егет, уҡыу йылдары әллә ҡайҙа алҫыта ятып ҡалды, хәҙер ул ысын ир ҡорона еткән уҙаман.

Добавить в предпочтительные источники Google
Чечняла хеҙмәт итә ул. Срочный хеҙмәтен тултырып, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, йәнә китте - армия үҙенә тартты. Бына әле ялға Тыуған илдәренә ҡайтып төшкәс, гимназия уҡытыусыһы Раил Араптанов быны белеп ҡалған да, тиҙ генә Илдарҙы мәктәпкә саҡыра һалған: бындай мәлде ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Илдар уҡыусыларға бурыс, патриотизм, ирлек тураһында һөйләгән, уҡыусылар ауыҙҙарын асып тыңлап ултырған - беҙҙән ана ниндәй һалдат сыҡҡан, үҫкәс, мин дә шундай булһам ине.
Читайте нас