Все новости
Илһөйәрлек
2 Марта 2021, 13:01

В Башкортостане объявили имя лауреата Госпремии имени Хадии Далетшиной

Ул беҙгә шулай тип хәтирә һөйләгәйне:- Күмертауҙа башҡорт мәктәбе асҡанда 700-ҙән артыҡ бала йыйҙыҡ, өй беренсә йөрөнөк, бына ул саҡта ҡыйын ине, Хаят Собханғолова исемле апай кешенән алама бәлтә, шаршау һорап, шуларҙан милли кейемдәр текте, ул заманда юҡты бар итеп башҡорт балаларына белем бирҙек, хәҙер коммунизм ул, тине. Башҡалар ҙа бының менән килеште: барыһы ла уҡытыусынан тора, матур бирһә дәресте, тимәк, балалар ҙа башҡорт телен яратасаҡ. Өйҙә тик башҡортса һөйләшеп тә баланы рухлы итеп тәрбиәләп була, бала телде белмәүҙә тәү сиратта ата-әсә ғәйепле тиештеләр.

Фәрзәнә апай Ғөбәйҙуллинаның, ысынлап та, халыҡ өсөн эшләгән эштәре бихисап. Шуныһы ҡыуаныс: халыҡ та, хөкүмәт тә апайыбыҙҙың эшен күрә, онотмай, баһалай. Кисә Ф. Ғөбәйҙуллинаға Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: