Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу шатлығынан, Павловкала сара үткәргәндәр. Ауылдың, башлыса, оло кешеләре килеп ултырған сараға, ярымутрауҙың тарихын тыңлағандар, ни өсөн был ерҙәр төрөктәрҙеке лә, гректарҙыҡы ла түгел, ә тап беҙҙеке булырға тейеш икәненә төшөнгәндәр. Ғорурланғандар, әлбиттә, беҙҙе ала алмаҫһың, буржуй, этләнеп йәшәһәк йәшәйбеҙ, тик үҙебеҙҙең ерҙәрҙе бирмәйбеҙ. Пенсиялар ҙур булмаһа ла, Рәсәй һәр саҡ ҙур булырға тейеш.