Илһөйәрлек
6 Апреля 2021, 12:08

Ҡыуанып ҡайттым

- Күгəрсен районы минең 2-се тыуған районыма əйлəнде, кешелəре яҡшы, асыҡ күңелле. Хəҙер улар ғына түгел, барлыҡ ялан-ҡырҙары ла яҡын үҙемə, Ергəн МТС-ы көрсөккə ултырғас уларҙың ерҙəрен дə үҙебеҙгə алдыҡ. Мин барғанда һыйырҙарҙы алып китəлəр тип, һауынсылар минең ҡулдан тотоп, тубыҡланып тигәндәй, ҡотҡар, һаҡлап алып ҡал, тип илағайнылар. Дошман килеп баҫып алған кеүек ине күренеш, уларҙы йəллəп хатта үҙемдең күҙҙəн йəштəр бəреп сыҡҡаны хəтерҙə.

Аҙаҡ директор итеп ҡуйҙылар, уборкаға сығыр кəрəк - техника юҡ, яғыулыҡ юҡ, бурыстар алҡымдан быуа, счеттар ябыҡ. Мин тəү сиратта Күгəрсен районында ветеринария буйынса карантин иғлан иттем. Быны аңлы рəүештə эшлəнем, ошо юл менəн хужалыҡ өсөн файҙалы бер ай ваҡытты “урлай” алдым. Шул ваҡытта, бер мал да ситкə китмəйəсəк, бер метр ерҙе лə бирмəйəсəкбеҙ тип, халыҡты тынысландырҙым. Ул саҡта халыҡ ныҡ асыулы ине. Улар миңə ышанды һəм уларҙың ярҙамы менəн барыһын да кире һатып алыуға, кешелəрҙе эшһеҙ ҡалдырмауға ирештек. Хəҙер "Тəүəкəн" ауыл хужалығында йəштəр күбəйҙе, малдар үрсене.
Урал Ибраһимов менән тулы әңгәмә гәзиттә бөгөн сыҡты.
Читайте нас