Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
3 Май 2021, 15:04

Ҡыҙыл төҫ

Кинйәабыҙға инеп, саҡ ҡына барғас та күҙгә ташлана, ҡыҙыл төҫ бит, күрмәй бер нисек тә үтеп китә алмайһың. Ҡыҙыл әләм. Яҙғы елгә матур итеп елберләп тора. Әллә берәйһенең туйымы? Улай тиһәң, туйлап ятыр мәл түгел, ураҙа. Теге көн Өфөлә коммунистарҙы тотоп алып киттеләр, митинг тип сыҡҡан булғандар ҙа, ярамай тип, шаҡарғандар. Әллә шуларға теләктәшлек белдереп ятыуымы кемдеңдер?

Баҡһаң, был Харрас ағай Биктимеров йорто икән. Байрам тип сығарып элгән.
- Һеҙ коммунисмы ни?
- Шулай булмай, Рейхстаг өҫтөндә ниндәй флаг эленде - ҡыҙыл. Ҡыҙыл төҫ - беҙҙең төҫ ул. Элекке ваҡыттарҙы әрләгән булалар, совет заманы беҙгә күпте бирҙе, ул саҡта күп нимә эшләнде - оноттолар, башҡаларҙы ла оноттормаҡсы булалар. Ә мин, һаман булһа, элекке идеалдар менән йәшәйем, онотмайым.
- Партияламы ул һеҙ?
- Эйе.
- Ниндәй?
- Берҙәм Рәсәй.
Читайте нас