Әрмегә киткәнсе әле, медкомиссия-ғәләмәтен үтеү ҙә үҙе бер тарих ине. Алдан уҡ, донъя күргән олораҡ ағайҙар, ҡотто алып ҡуя. Военкоматта һине сыр яланғас сисендерәләр, шулайталар-былайталар, төрлө аҫтыртын һорау бирәләр... Шапыртҡандарын тегендә барғас ҡына аңлайһың. Бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп тикшерәләр генә икән. Медкомиссияһы ла нимәгә инде, 18 йәшлек егетмен, ниндәй сирем булһын минең, ошоңарсы хатта йүткергәнем дә юҡ. Алмай ғына ҡуймағыҙ, ауылға нисек ҡайтып күренәм, быны армияға алмағандар, йә үлем хәлендә йөрөй, йә етешмәй икән тиерҙәр. Ауылда армияға бармай ҡалғандарҙан ике-өс кеше генә, улары ла юғары уҡыу йортонда уҡығанға шулай, ул саҡта һәр береһе юғары белемле булманы, ВУЗ-да уҡыған кеше космонавт һымаҡ ине - бындайға һоҡланып ҡарайһың, сыҡһа ла сыға бит беҙҙең ауылдан да егеттәр. Хәҙер генә бөтәһендә лә юғары белемле диплом, тик эше генә юҡ.