Все новости
Илһөйәрлек
3 Июня 2021, 17:03

Үҙе күҙәткән

Музей хеҙмәтҡәре булып эшләү ныҡ анһат кеүек тойола ине - килдең, астың, ултырҙың. Кеше килһә, был сабата шул йылда үрелгән, был пуля аҡтарҙан ҡалған, был балта шунан соҡоп алынған тип һөйлә лә ултыр. Былайтып һөйләү өсөн дә, исмаһам, тарихи булһа ла, белем кәрәк. Ә ысын музейсы энциклопедия һымаҡ булырға тейеш - китап күберәк уҡырға. Тик эш улай ябай ғына түгел икән. Яңы Морапталда Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейында ремонт бара, шәп бара. Музей директоры Әлфирә Ниғмәтуллинаның киң эрудициялы ҡатын икәнен белә инек, белеүен, тик былай уҡтыр тип уйламай инек.

Ремонт эштәрен дә хәтәр белә икән. Отмосканың дефектын бөтөрҙөк, гидроизоляцияһын булдырҙыҡ, металлосайдинг менән стена һәм фронтондың металл каркасын горизонталь башҡарыуында эшләнек (тел һына хәҙер).
Ремнот эштәре яҡшы бара. Был музейҙа халыҡты ҡабул итеүе тиҙҙән тағы ла күңеллерәк буласаҡ. Аҙаҡ, оҙаҡ йылдар үткәс, кемдер, музей директорымы (ул саҡта, бәлки, был музейҙа директор бер үҙе генә эшләмәҫ) шулай һөйләр: тарих 2021 йылда, ошо музей төҙөлгән мәлдә, уның директоры Әлфирә Салауат ҡыҙы булған, ул шул тиклем белемле булған, уның арҡаһында музейыбыҙ һаман ныҡ, һаман матур. Ремонт эштәрен шул тиклем яҡшы белгән, энәһенән-ебенә тиклем үҙе күҙәткән, бер тинен урлатмаған.
Читайте нас: