Все новости
Илһөйәрлек
3 Июня 2021, 09:46

Ғүмергә хәтерҙә ҡалыр ваҡиға

Балаларҙың иң яратҡан миҙгеле - йәй етте. Был ваҡытты улар бик һағынып көтөп ала, уҡыу ялҡыта, арыта. Ял иткеләре килә. Ял итеү тигәндә, һәр бала үҙенсә хәл итә был мәсьәләне.

Балаларҙың иң яратҡан миҙгеле - йәй етте. Был ваҡытты улар бик һағынып көтөп ала, уҡыу ялҡыта, арыта. Ял иткеләре килә. Ял итеү тигәндә, һәр бала үҙенсә хәл итә был мәсьәләне.
Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназия лагерь асты "Беренсе +" тип атала ул. Республиканың барлыҡ район-ҡалалаларынан балаларҙы ҡабул итә. Лагерь башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ә туған тел бары Башҡортостан менән генә сикләнәме ни - юҡ. Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы балалары бик рухлы балалар, улар ҙа барған был данлыҡлы гимназияға. Әле ял итеп яталар, бында ныҡ рәхәт тиҙәр, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ, аҙаҡ һағынып һөйләрлек ваҡиға буласаҡ.
Читайте нас: