Все новости
Илһөйәрлек
4 Июня 2021, 13:56

Йүгерҙек тә һикерҙек

Май аҙағында Көйөргәҙе районында 10 класс уҡыусыларына биш көнлөк хәрби хеҙмәткә әҙерлек алып барылды. Асыу тантанаһына, мәғариф бүлеге начальнигы Евгения Бочарникова, шулай уҡ Күмератау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Максим Пержинский килделәр.

...Икенсе көн зарядканан, иртәнге аштан һуң, Кинйәабыҙ ауылына музейға сәйәхәт ҡылдыҡ. Ике төркөмгә бүленеп, экскурсия үткәрҙек. Ветерандар һәйкәлен дә күрһәттек. Һуғыш афәттәрен кисергән геройҙар, ветерандар тураһында һөйләнек. Артабан Туғай Кинйәһендәге мемориаль таҡталарҙы, мәмерйәһен, шулай уҡ Кинйә Арыҫланов ҡәберлеген дә барып ҡараныҡ. Шулай итеп, төш ваҡытына тиклем йөрөп тә ҡайттыҡ...
Раил АРАПТАНОВ, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы.
Тулы хат гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: