Все новости
Илһөйәрлек
10 Июля 2021, 10:00

Күмәкләп башҡарған эштәр

Ауылыбыҙҙың матур юбилейына 2 ай буйы көсөргәнешле әҙерләндек, старостабыҙ Надир Хәйбуллин ауыл халҡы менән ныҡ эшләне, уға рәхмәт. Үҙ теләктәре менән, күп күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәткән, ауылдаштарыбыҙ: Радик Ибраһимовҡа, Зилә Туләковаға, Миләүшә Кинйәғоловаға, Урал Ибраһимовҡа, Мәреүәр Сәғәҙиеваға һәм шулай уҡ аҡсалата ярҙам иткән “Искра” хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафинға, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

4 июлдә ауылыбыҙҙың күркәм байрамына ҙур хужаларыбыҙ килә алмаһа ла, йыраҡтан ҡайтҡан ҡунаҡтарыбыҙҙы ҙурлап, саф һауала, мәктәп алдында үҙебеҙҙең һәүәҫкәр артистарыбыҙ менән матур концерт ойошторҙоҡ.
Зарема БОҪҠАНОВА,Ҡотлоюл ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә йома көнө сыҡты.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: