Все новости
Илһөйәрлек
12 Июля 2021, 12:41

Ейәнсәрҙәрем менән йәй йәмле...

Аяғың тәпелдәһә, ауыҙың сәпелдәй тиҙәр, шулай икән. Аллаға шөкөр, быйыл да емеш-еләк, йәшелсә өлгөрөп килә.

Ейән-ейәнсәрҙәремде лә әүрәтергә ярап ҡалдылар, һыу һибешкән булалар, йыйып өйөп ҡуйҙым улар өсөн, берәмләп аласыҡҡа ташынылар, ҡурсаҡ итеп, коляскағала һалып йөрөтөп тә, ҡыҙҙар - малайҙар исемдәрен ҡушып уйнанылар, кәкерәктәрен, телефон трубкаһы итеп тотҡан булып, "телефондан" һөйләшкән булдылар...
Рәйлә АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: