Все новости
Илһөйәрлек
22 Июля 2021, 12:24

Бушҡа үтмәгән

25 июндән - 15 июлгә тиклем 6 класс уҡыусыһы Суванова Гөлгөнә Мәғәриф министрлығы ойошторған тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү буйынса ойошторолған "Йәйләү" сменаһында булып ҡайтты.

Бушҡа үтмәгән
Бушҡа үтмәгән

Сменала уҡыусылар төрлө башҡорт ырыуҙарына бүленеп йәшәгәндәр. Гөлгөнәбеҙ "Ҡыпсаҡ" ырыуы вәкиле булған. Вожатыйҙары көн һайын тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу буйынса фәһемле һәм ҡыҙыҡлы саралар үткәргәндәр: йырлағандар, бейегәндәр, уйнағандар, төрлө әҫәрҙәрҙән өҙөктәр сәхнәләштергәндәр. Күмәкләшеп мәшһүр рус классигы А. П. Чехов музейында булғандар. Гөлгөнәнең сменалағы ваҡыты бер генә лә бушҡа үтмәгән. Ул үҙенә бик күп яңы асыштар эшләгән, бик күп яңы дуҫтар тапҡан, бөтә яҡлап та зиһенен үҫтергән.

Азат Ғәлиев, Яҡшымбәт урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Азат Зөлфәҡәр улының хаты тулы килеш гәзиттә үткән һанда баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: