Все новости
Илһөйәрлек
14 Августа 2021, 10:37

Алҡыштар һеҙгә лә булыр

"Йән тартмаһа, ҡан тарта" ти халыҡ, үҙең ҡайҙа йәшәһәң дә, тыуған ауыл һәр саҡ үҙенә саҡырып тора - бында һаман булһа урамдар буйлап ялан тәпәй бала сағың йүгереп йөрөйҙөр һымаҡ. 

Алҡыштар һеҙгә лә булыр
Алҡыштар һеҙгә лә булыр

Камил Рәүеф улы Игбаев та Яманһарынан әллә ҡасан сығып киткән, ғүмере дауамында ҙур-ҙур үрҙәргә менеүгә өлгәшкән (Күмертауҙар уны яҡшы хәтерләй, заманында ҡалалағы төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе ине, БДУ-ла проректор ҙа булды), психолого-физиология фәндәре буйынса кандидат. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Көйөргәҙе райоының почетлы гражданины....

Өфөлә йәшәһә лә Камил Рәүеф улының Яманһарыһын онотҡаны юҡ. Бына әле ауыл клубы ярҙамға мохтаж тигәс, шунда уҡ мәрхәмәт ҡулын һуҙған - ремонт өсөн кәрәк-яраҡ алып биреп киткән. Данлыҡлы яҡташтың был клубта "Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк" концертында ултырыуы икеле, уның ҡарауы тамашасылар ауылдашына рәхмәт әйтеп ултырыр, артистарға ҡул сапҡанда был алҡыштар уға ла төбәлгән булыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: