Все новости
Илһөйәрлек
24 Августа 2021, 08:56

Йәшәү рәүеше

Көндәр хәтәр эҫе тора, йөҙйәшәр ҡарттар ҙа күпме йәшәп, бындайҙы күргән юҡ тип ауыр уфтана. Ҡайнар ҡояш хәлде ала, баҫымды күтәрә, башты сатната, тамаҡ кибә, күҙ алдында әллә ниндәй йондоҙҙар уйнай башлай.... Был осраҡта нимә эшләргә? Сәй эсергә. Төрлө лимонад, минерал һыу, кеүәҫтәр ары торһон, сәй генә яһа. Ерле юҡҡа ғына беҙҙең халыҡта кемдер башым ауырта тиһә, уға яуапҡа бер генә һүҙ әйтәләр: сәй эсмәгәнгә. Башҡалар аптырай: мейене ҡайнатып торған эҫе көн, ә һеҙ ҡайнар сәй эсәһегеҙ ҙә, эҫе мунсаға кереп китәһегеҙ, сабынып сыҡҡас, тағы сәйгә тотонаһығыҙ.

Йәшәү рәүеше
Йәшәү рәүеше

Сәй беҙҙең өсөн ябай эсемлек кенә түгел, тотош йәшәү рәүеше шул.

Яҡуттар кисә Башҡорт сәйе байрамы үткәргән. Сәйҙе нисек ҡайнатырға, бешерергә, нисек яһарға, ҡалай итеп дөрөҫ эсергә - бөтәһен дә аңлатып биргәндәр, эсеп тә күрһәткәндәр. Ошо турала беҙгә хат килде, ул киләһе һанда баҫылыр. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: