Все новости
Илһөйәрлек
10 Сентября 2021, 09:11

Сыбыҡтан яҡшыраҡ

Янғындар быйыл алҡымдан алды. Янғын һүндереүселәр, нисек тырышһа ла, көстәре аҙыраҡ, халыҡ берҙәм булмаһа - ай-һай. Көрәкме, ағас ботағымы тотоп һүндереп йөрөү шәп, шулай ҙа махсус ҡорамал булһа, тағы ла шәберәк. Яңы Таймаҫ ауылы фермеры Рөстәм Ғайсаров ауылға утты һүндерә торған ранец һатып алып бүләк иткән.

Сыбыҡтан яҡшыраҡ
Сыбыҡтан яҡшыраҡ

- Быйыл янғындар үҙемде лә яфаланы. Ҡулымдан килгәнсә, техника менән ярҙам итеп, һүндерештем. Шунда уй тыуҙы ла инде - ранец һатып алырға. Нимә тиһәң дә, был ҡорамал сыбыҡ түгел, файҙаһы күберәк булыр. 

Рәхмәт, Рөстәм Рәйес улы, ауыл да, үҙең дә бер ниндәй хәүеф-хафаға юлыҡмай йәшәргә яҙһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: