Все новости
Илһөйәрлек
15 Сентября 2021, 12:48

Эштәрегеҙ уң булһын

Быйыл Башҡортостанда “Атайсал” тип аталған бик матур проект эшләй башланы. Уның маҡсаты бик изге – тыуған ауылдары һәм ҡалалары тормошона битараф булмаған билдәле кешеләр тупланып, уларға төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә.

Эштәрегеҙ уң булһын
Эштәрегеҙ уң булһын

Беҙҙең Яҡут ауылы был йәһәттән бик уңды тип әйтергә була. Ауылыбыҙ өсөн янып көйөп йәшәгән ир-уҙамандарыбыҙ етәрлек, Аллаға шөкөр! Әле ауылыбыҙҙа юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара. Әллә 3 миллионға юл эшләйҙәрме?- тип туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙыралар, яуаплайбыҙ - юҡ. Ауылдашыбыҙ, Когалым ҡалаһында транссервис ойошмаһы генераль директоры Мөхтәр Мөхәрәм улы Ялсыҡаев ауылға кергән күпер эргәләрен, тау башына менгән юлды, урамдарҙы тигеҙләү эштәрен башҡара. Шулай уҡ Әүлиә тауы янындағы соҡорҙарҙы матурлап ерен тигеҙләү, мәсет уратылған тимерҙәрен буятыу кеүек эштәрҙе башҡара. Был әлбиттә, ауыл халҡы өсөн бик ҡыуаныслы хәл, бар ауылдаштар исеменән Мөхтәр Мөхәрәм улына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Быға тиклем дә ауылға мәсет, ветерандарға обелиск һалған яҡташыбыҙға һәм уның ғаиләһенә, йүгереп йөрөгән туғандарына иҫәнлек, һаулыҡ, эштәренең гел уң булыуын теләйбеҙ! Афариндар!
Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: