Все новости
Илһөйәрлек
26 Сентября 2021, 10:15

Тере бул, үлмә

"Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар". Салауат Юлаев.

Тере бул, үлмә
Тере бул, үлмә

Үлмәнең шул. Бөгөн һинең үлгән көнөң тиҙәр. Тәнеңде әйтәләр, йәнеңде, рухыңды түгел - улар тере. Онотҡан юҡ һине - һәйкәлдәрең күп, урамдарға исемеңде ҡуштыҡ, ҡала менән район да исемеңде йөрөтә, хоккей командаһы бар, улар быйыл, һинең йөҙөңдө ҡыҙартмай, арыу ғына уйнап йөрөп ята. Әйткәндәй, был командала һинең ярты ғүмерең үткән Балтика диңгеҙе буйҙарынан да бар егеттәр. Тағы нимә? Әәәә, орден-премияларың бар.  

Иң ҙур һәйкәлеңде һүтергә йыйыналар - иҫкергән тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр. һүтерҙәр ҙә кире ҡуймаҫтар тип ҡурҡа, ышанғы килмәй, кемдең был эшкә ҡулы барһын - Хоҙай һуғыр.
Беҙ нисекме бында? Шул көйө. Кәмейбеҙ ныҡ. Һуғыш барамы әллә ти? Юҡсы. Тыныс тормошта кәмейбеҙ. Тел дә кәмей, башҡаһы ла.  Халыҡты яҡлар батырҙар ҡайҙа булған - улар бар ҙа һымаҡ, юҡ та кеүек... әпкәләй, ҡолойҙар ҙа күп. Һин ни, элекке һымаҡ, ҡылыс тоттоң да саптың, ана тора дошман тип уйлайһыңмы әллә? Улай ғына булһа икән. Хәйер, быларҙы нимә тип аңлатам, үҙең күреп тораһың да баһа. Шулай йәшәп ятыш, батыр. Меҫкенләнә, зарлана, мыжый тип уйлама, беҙ күрәһен береһе лә күрмәҫ, һыр бирергә уй юҡ. Һин бар икән, тимәк, барыһы ла улай уҡ насар түгел. Шуға тере бул, үлмә. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: