Все новости
Илһөйәрлек
20 Октября 2021, 16:25

Бөтәһе лә шул көйө

Барыһы ла һәүетемсә бара - нимә маңлайға яҙылған, шуны күреп китеп барыш. Һинең ише фәйләсүфтәр күпме булған, күпме аҡыл тыҡыған, әллә фәтеүәһе теймәй, һабан абынабыҙ, һөрөнәбеҙ. Серҙәрҙе күберәк аҡыллыға сисмәй, ахмаҡҡа сисәбеҙ, ауыҙ бешә, ҡол булабыҙ, ҡараны ағартабыҙ тип тә күпме хәл бөтә, нескә күңелдәрҙе күпме ҡағабыҙ (көсөбөҙ еткәнде) - уйлаһаң һуш китерлек. Ҡыҙ тип уйлап, әбейгә юлығыуҙар, яҙмыштан уҙмыш табам тип сабыуҙар...

Бөтәһе лә шул көйө
Бөтәһе лә шул көйө

Һүҙең, үҙең барыбер йәшәй. Онотҡан юҡ. Йырҙарың йырлана. Мәктәп балалары ла, ололар ҙа, һиңә арнап, төрлө сара үткәрә, кино төшөрәләр. Ейәнең, үҙеңә оҡшап, башлы егет күренә, кемдер Башҡортостанға етәксе булып та ҡайтыр әле тип көтә, шиғри күңелле кеше тип өмөтләнеүҙәрелер. Был һиңә булған һөйөү, һиңә булған ихтирамдан килә. 
Барыһы ла шул уҡ, шул уҡ кешеләр, шул уҡ елдәр иҫә, гөлдәр үҫә, бына япраҡтар ҡойолор мәлгә аяҡ баҫтыҡ. Мөхәббәт тә шул уҡ. Йөрәктәр бер-береһе менән йышыраҡ төнөн генә һөйләшә, йыһандың һөйөү сәғәте үҙгәрмәгән. Барыһы ла шул көйө. Һиңә булған ихтирам-һөйөү менән дә шул уҡ - һаман яратабыҙ.

Тыуған көнөң менән.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: