Все новости
Илһөйәрлек
28 Октября 2021, 15:00

Күңел һыйһын

Ә бына Кинйәабыҙ. Ундағы урамдарға асфальт түшәй башлағас, ҡайһы берәүҙәр: глава Тимербайҙан булһа, беҙгә лә һалырҙар ине, тип әйтте, асфальтты Фәнис Рахманғоловтың тыуған ауылы булғаны өсөн һалмайҙар ҙа, Батырҙар ауылы булғаны өсөн түшәйҙәр. 

Күңел һыйһын
Күңел һыйһын
Дөрөҫөндә, ауыл биләмәһе башлығы әле үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай йөрөй, әллә төш күрәмме тип тә ҡуя (бына уянып китер ҙә, тағын иҫке соҡор-саҡырлы урамына сығып баҫыр)- асфальт булыр тип уйламағайны. Һорауын һораны, шулай ҙа, бирмәҫтәр тигән уйы күберәк ине.
 Әле бында 4 кеше эшләп йөрөй. Юл киңлеге 4 метр. Биктимеров урамын бөтөп баралар инде, ҡалған икәүһенә тотонорға иҫәптәре. 
- Тар түгелме, - Урал Дамир улы Ибраһимов шулай тип белеште, иркен йәшәү - иркен йәшәү инде. Ул үҙе фатирҙың да еллеһен алды. 
- Юҡ, - тине Рахманғолов, күңел киң булһа, ҡалғаны һыйыр. 
Сәфәр дауам итә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: