Все новости
Илһөйәрлек
11 Ноября 2021, 14:15

Әле башы ғына

Гөлкәй ШӘМСУТДИНОВА, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал ауылы мәктәбе директоры:- Яҡут ауылы халҡы йыйылышҡа күпләп килде, әүҙем ҡатнашты. Килә алмағандары ла үҙ теләктәре менән программала ҡатнашыу өсөн анкеталар тултырып бирҙеләр. 

Әле башы ғына
Әле башы ғына

Бөгөнгө көндә Өфөлә ҡалаһында йәшәүсе, ошо мәктәптә уҡып сыҡҡан, үҙебеҙҙең ауыл егете Әбйәлилов Салауат был эште башлап ебәреп, документ яғынан тулыһынса ярҙам итәм тип торғанда, беҙ программала ҡатнашып, мәктәбебеҙҙе йәмләргә ҡыуанып ризалаштыҡ. Программаға үтһәк, мәктәптең бар ҡыйыш торған яҡтарын да төҙәтергә уйлаған инек тә, сөнки эшләтәм тиһәң улар етәрлек, 11 тәҙрәһе алмаштырылмаған, шуны, ишектәрен, ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Тик беҙгә аңлаттыуҙарынса, был программала, бер йылда - бер йүнәлештә генә ҡатнашырға була һәм сумма бәләкәй булырға тейеш түгел, миҫал өсөн тәҙрәләрен алмаштырырға тип бирһәк, уның өсөн яҡынса 200 мең аҡса китәсәк, шулай уҡ ҡыйыҡ, ишек өсөн дә ҙур сумма кәрәк булмаясаҡ, бындай бәләкәй сумма менән конкурсты үтеп булмаясаҡ. Ә кәртәләрҙе заманса, барыһын еренә еткереп алмаштырыр өсөн яҡынса 900 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ, шуға күрә быйылға мәктәп кәртәләрен алмаштырыуҙа туҡталып ҡалдыҡ. Ауыл халҡы ла мәктәп кәртәләрен алмаштырыуҙы хупланы. Алла бирһә, шулай ярҙам итеп тороусыларыбыҙ булғанда, программаға үтеп мәктәптең кәртәләрен өр-яңыға алмаштырып ҡуйырбыҙ тип ышанып, көтөп ҡалабыҙ.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: