Все новости
Илһөйәрлек
14 Ноября 2021, 11:54

РИМГӘ

Мәрхәмәтлек күрһәтеп, Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбен танымаҫлыҡ итеп яңыртып, ремонт эшләүҙә спонсор булған яҡташыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндә ныҡ тулҡынландым, әйтергә тейешле һүҙҙәремде тулыһынса еткерә алманым, шатлығымдан күңел тулды...Мәктәбебеҙ яҡты, йылы, иҫ киткес матур, заманса. Иң мөһиме балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Тырышып уҡы ғына! Донъялар имен тороп, оҙаҡ йылдар изгелеген күрергә яҙһын. Йәштәр ауылда төпләнеп, ғаилә ҡорһондар, йорттар һалһындар ине. Мәктәптә балаларҙың шат тауышы яңғырап торһон. Ошо яҙмамда ярҙам ҡулы һуҙған миһырбанлы, изге күңелле рухлы ЕГЕТкә әйтәһе рәхмәт һүҙҙәремде шиғыр юлдарына һалдым.

РИМГӘ
РИМГӘ

Көтмәгәндә беҙҙең күктә
Йондоҙ булып балҡының һин.
Алыҫтарҙан йылытыусы,
Ҡайнар ҡояш ялҡыны һин!

Ҙурланың яҡташтарыңды,
Балаларҙы шатландырҙың.
Уйға һалдың бәғзеләрҙе,
Сит-яттарҙы таң ҡалдырҙың.

Күптер ерҙә матди яҡтан,
Ҙур байлыҡҡа тарығандар.
Мәрхәмәтлек ҡылалыр, тим,
Тик Аллаһты танығандар.

Барыһына ла үрнәк һин,
Бик-бик күптәр өсөн терәк.
Әммә ерҙә һинең ише,
Изгелек эшләүсе һирәк.

Атайсалыңа тоғроһоң,
Һаҡсыл һин әсәң теленә.
Һиндә көслө рух ныҡлығы,
Һәм һөйөү Тыуған илеңә.

Хас түгел һиңә маһайыу,
Дан-дәрәжә өсөн яныу.
Маҡсатың да ябай һинең -
Кешеләрҙән рәхмәт алыу.

Tыйнаҡ, ихлас булыуыңа
Һоҡланабыҙ барыбыҙ ҙа.
Уяттың һин ҙур ғорурлыҡ
Йөрәгебеҙ, аңыбыҙҙа.

Һәр ваҡыт уңыш йылмайһын,
Шәхси тормош, эшегеҙҙә.
Яман күҙҙәр ҡағылмаһын,
Зиһенегеҙ, көсөгөҙгә.

Һин беҙҙең өсөн Батыр ул,
Изге эшең менән бөйөк.
Килер быуындар онотмаҫ,
Күтәрерҙәр һине бейек.
Рәмилә ҠУЖАҠОВА, Иҫке Мораптал ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: