Все новости
Илһөйәрлек
27 Ноября 2021, 09:43

"Искралар" тыуған ил өсөн уйнай

Тәүҙә, сезон башында, арыу ғына уйнанылар, еңеү артынан еңеү яуланылар, бына әле.... Боҙға сығып улар өсөн үҙең уйнарҙай булып ултыраһың, һуң, бер шайбаны мин этеп-төртөп булһа ла керетәм. Нимә эшләйһегеҙ ул, егеттәр? 

"Искралар" тыуған ил өсөн уйнай
"Искралар" тыуған ил өсөн уйнай
Кем тураһында һүҙ? Салауат Юлаев командаһы инде, тағы кем булһын. Салауат батырыбыҙ, быларҙың уйнағанын күрһә, ҡәберендә әйләнеп ятыр, тәүбә-тәүбә. 
Миллондарҙы кеҫәләренә һалалар, шул аҡса өсөн булһа ла һуғышығыҙ ҙа бит, әллә арығанлыҡ, әллә нимәһе бар - көсһөҙ команданан да еңелә лә ҡуялар. 
Яҡшымбәттәге Искра хоккей командаһында уйнаған малайҙарҙың береһе лә миллион һумдар алмай. Арымай ҙа улар, мәктәптә уҡыйҙар, ҡар көрәй, мал ҡарайҙар ҙа уйнарға сығалар. Уларҙың уйнағанын күргәнегеҙ бармы? Яҡшымбәт хоккейсыларындағы дәрт, еңеүгә ынтылыш, ә иң мөһиме, илһөйәрлек... Салауат һымаҡ әллә нисә командаға етерлек. Кейенә-сисенә торған бүлмәләрендә булдыҡ, хоккей кәстүмдәре, тәнде ҡаплай торған төрлө ҡалҡандары эленеп тора, үҙ мәлен көтә.  Беҙ барғанда каток ҡойоп йөрөйҙәр ине, тимәк, алда егеттәрҙе ҡаты алыштар көтә - тыуған ил өсөн.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: