

- 1980 йылдың 2-се ғинуарында, беҙҙе тревога иғлан итеп, хәрби самолеттарға ултырып ҡайҙалыр осорҙолар. Теүәл ҡай тарафтарға юлланғаныбыҙҙы әйтмәһәләр ҙә, ҡайҙа китеп барыуыбыҙҙы һиҙә инек. Самолет туп-тура Афған иленә юл тото... Ҡаялы-таулы, ҡырыҫ тәбиғәтле Афған ерендә беҙҙең йәнебеҙ йәшәү һәм үлем араһында йөрөгәнен яҡшы аңлай инек. Үҙ ерҙәренең һәр һуҡмағын яҡшы белгән, ныҡлы ҡоралланған дошмандарҙың ҡулынан күҙ алдыбыҙҙа үлтерелгән хәрби-хемәттәштәребеҙҙе күреү, беҙҙең өсөн иң ауыры булды, - тип иҫләй ул йылдарҙы Фирҙәт ағай.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы
Хат тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫылды.