

Илебеҙ тарихындағы мөһим дата - Яугир-интернационалистарҙы хәтергә алыу көнөнә бәйле ҡайнар ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Был көндә беҙ, һуғыштың "ҡыҙыу" нөктәләрендә булып, үҙенең гражданлыҡ бурысын аҙағына тиклем үтәү анттарына тоғро ҡалып, ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәттәребеҙҙе һәм хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Егеттәребеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡораллы конфликттарҙы көйләүе, һуғыш яланында ҡурҡмайынса, батырҙарса аяуһыҙ көрәшеүе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизм менән көрәшеүсе атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығына тиң икәнен иҫбат итә.
Ҡыҙғанысҡа, һуғыштар юғалтыуһыҙ үтмәй, Афғанстан һуғышында һәләк булғандарҙы һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ, уларҙың туғандарының, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын, күңел яраларын уртаҡлашабыҙ. Тыуған ил алдында үҙҙәренең гражданлыҡ һәм хәрби бурысын намыҫлы үтәгәндәрҙең барыһына ла оло хөрмәт белдерге килә. Күрһәткән батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙгә ысын йөрәктән рәхмәт әйтәм.
Һеҙ йәш быуынға өлгө булып тораһығыҙ, Тыуған илгә һөйөү һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә тос өлөш индерәһегеҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге һәм тыныс күк йөҙө теләйем!
Ҙур хөрмәт менән Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.