

Бына 33 йыл инде беҙ үҙ хəрби һəм гражданлыҡ бурысын намыҫлы, батырҙарса үтəгəн яугирҙəребеҙгə рəхмəт белдерəбеҙ, уларҙы ысын күңелдəн ихтирам итəбеҙ һəм һəлəк булғандарҙы һағыш менəн иҫкə алабыҙ. Афған һуғышы бер ҡасан да беҙҙең хəтеребеҙҙəн юйылмаясаҡ, ул ил тарихында ныҡлыҡ символы булып ҡаласаҡ.
Ҡыйыулығығыҙ, батырлығығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ өсөн ҙур рəхмəт һеҙгə, ҡəҙерлелəребеҙ! Барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һəм именлек телəйем. Бөгөн һеҙ йəш быуынға өлгө булып тораһығыҙ, Тыуған илгə һөйөү һəм яуаплылыҡ тойғоһо тəрбиəлəйһегеҙ. Йəш үҫмерҙəр һəм егеттəребеҙ һеҙҙең лайыҡлы алмашсыларығыҙ булып, Ватаныбыҙҙың ышаныслы һаҡсылары булып үҫер, тип ышанам.
О.Ю. ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиəте башлығы.