Илһөйәрлек
24 Февраль 2022, 11:13

Булһын тыныслыҡ

Рәмилә КУЖАКОВА, Иҫке Мораптал ауылы: 

Булһын тыныслыҡБулһын тыныслыҡ
Булһын тыныслыҡ

Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Барыр юлыбыҙ асыҡ.
Юҡ бер кемгә зыяныбыҙ,
Беҙгә ҡылалар хаслыҡ.

Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Йәшәһәк шөкөр итеп.
Кемдер Ерҙә һуғыш көҫәп,
Күңелде ҡуя китеп.

Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Тәндә һаулыҡ булғанда.
Йән тыныслана аламы,
Дошман ҡорал алғанда.

Донъя матур, йәшәү рәхәт,
Булмаһын ғына аслыҡ.
Бәхетле йәшәрбеҙ бары,
Ерҙә булһа тыныслыҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас