Все новости
Илһөйәрлек
19 Марта 2022, 12:34

Шәп тоттоҡ

Үткән аҙнала Яҡшымбәттә, "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә, "Балыҡсылар бәйгеһе" уҙғарылды.

Шәп тоттоҡ
Шәп тоттоҡ

Һәр миҙгелдә балыҡ ҡармаҡлау иң мауыҡтырғыс шөғөл. Ҡыш көнө боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле мажараға бигерәк бай. Үткән аҙнала ауылыбыҙҙа "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Балыҡсылар бәйгеһе" уҙғарылды. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасаһы Гөлшат Бикмаева, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Мәрйәм Искәндәрова, Рәйлә Аҡһарова ойошторған мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы сараға ололар ҙа, йәштәр ҙә йыйылды. Фирҙәт Бикмаев боҙҙа махсус тишектәр тишеп, балыҡсыларға урын әҙерләп бирҙе. Көн дә бик матур торҙо, балыҡта шәп тотолдо. Балыҡсыларҙы дәртләндереп мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фидан Булатов менән Рәсим Бикмаев йырҙар башҡарҙы. Бәйгегә килеүселәр самауыр сәйе эсеп, аралашып файҙалы һәм күңелле ял итте. Барыһы ла әүҙем ялдан ҙур кинәнес, дәрт-дарман онотомаҫлыҡ тәьҫораттар алды.
Миңзәлә ЯЛСЫҒОЛОВА, Яҡшымбәт ауылы китапханасыһы

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: