Все новости
Илһөйәрлек
20 Апреля 2022, 08:34

Буржуй булһаң, килмә

Һәр иртә һайын, дәрес алдынан, мәктәп балалары хәҙер флаг күтәрәсәк.

Буржуй булһаң, килмә
Буржуй булһаң, килмә

Патриотизм хистәре нығыраҡ һеңһен өсөн. Был дөрөҫ алымдыр, бәләкәстән кергән илһөйәрлек һуңынан ғүмере буйы кешене оҙата бара. СССР тарҡалыуға инде нисәмә йыл үтте, ә был илде беҙ һаман онота алмайбыҙ. Мәктәптә илгә һөйөүҙе ныҡ тәрбиәләгәндәр.
Күмертауҙың Забота магазины артында күп гараждар бар, күмәртәләп һатыу магазиндары, автосервистар. Шуларҙың береһенең башына Советтар Союзы флагы эленгән. Был машина йүнәтәм тип килгән кешеләрҙе иҫкәртеп тора һымаҡ: әгәр ҙә һин капиталист, буржуй икәнһең, Ленин тәғлимәттәрен һанға һуҡмайһың икән, ары кит. Эшсе-крәҫтиән, пролетариатты ғына үҙ итәбеҙ, ят бауырҙы беҙ хеҙмәтләндермәйбеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: