Все новости
Илһөйәрлек
29 Апреля 2022, 12:13

Беҙҙекеләр ҙә "Атайсал"да

Әле Өфөлә «Яҡташлыҡ көсө — Сила землячества» тип аталған форум бара. Бында бер йыл эшләп килгән "Атайсал" хәйриә проектына һөҙөмтәләр яһайҙар. Әлбиттә, бындай ҙур саранан беҙҙең район ситтә ҡала алмай.

Беҙҙекеләр ҙә "Атайсал"да
Беҙҙекеләр ҙә "Атайсал"да

Йыл әйләнәһенә ошо проект аша тыуған яҡтарын төҙөкләндереү, йәмләүгә тос өлөш индереүселәр, бөгөн районыбыҙ делегация составында Когресс-холлды байҡай. Делегация тигәндәй, районыбыҙҙан был сарала, район Советы секретары Әхәт Исламғолов, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Кинжәлиев, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатов, табип-офтальмолог, РСФСР-ҙың һəм БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған табибы Марат Аҙнабаев, шәхси эшҡыуар Дамир Хәйбуллин, Киров ауыл хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдин, "ЮжУрал-Ойл" яуаплығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡов, Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Сынтимер Баязитов, Раил Бирҙин, билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошовтар ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы ла был саранан ситтә ҡалмаға. Ул ошо проект сиктәрендә беҙҙә нимәләр эшләнеүе тиураһында Республика Башлығы Радий Хәбиров алдында һүҙ тотасаҡ.

Беҙҙекеләр ҙә "Атайсал"да
Беҙҙекеләр ҙә "Атайсал"да
Автор:
Читайте нас: