Все новости
Илһөйәрлек
3 Мая 2022, 12:10

Ер хәтере

"Ер хәтере" акцияһы кисә Күмертауҙа үткәйне, бөгөн Көйөргәҙе лә был сараға ҡушылды.  

Ер хәтере
Ер хәтере
Ермолаево үҙәгендә, Батырҙар һәйкәле янында, булды был тантана (хәйер, дөрөҫөрәге, Хәтер сараһы тиергә булалыр), акция маҡсаттарына ярашлы, Башҡортостандың һәр район-ҡалаһы үҙенән тупраҡ алып, уны һалдат каскаһына тултырып, Өфөгә ебәрергә тейеш. Башҡалала легендар геройыбыҙ М. Шайморатов һәйкәле янында ятасаҡ был тупраҡ. 
Район башлығы Юлай Ильясов, урынбаҫары Данил Акилов, мәҙәниәт начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова, мәғлүмәт бүлеге Шамил Зыятдинов булды сарала. Ауыл башлыҡтары ла килһен тип фарман бирелһә лә, Керәүленән Ворошилов (уға Эльза апай ҙа эйәргән) һәм Шәбағыштан Рахмаев ҡына күҙгә салынды. 
- Миңлеғәли батырыбыҙ Украина ерендә (әлеге Донбасс) баш һалған, әле унда һаман тыныс түгел, - тине Юлай Талха улы, - илгә ҡурҡыныс янағанда, беҙҙең батырҙар һәр саҡ үҙен аямаған. Беҙ уларҙы бер минутҡа ла оноторға тейеш түгелбеҙ. 
Йырҙар йырланды, ҡурай уйнаны. Ер алдылар. Каска тулды. 
... Бер заман Өфөлә М. Шайморатов һәйкләе булғас, уның янынды башты эйеп торғаныбыҙҙа әйтербеҙ:
- Был һәйкәл төбөндә беҙҙең ғәзиз тупраҡ та бар. Ул батырҙарыбыҙ хаҡында ла, беҙҙең турала ла хәтер һаҡлай.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: