Все новости
Илһөйәрлек
8 Июля 2022, 18:50

Ромашкалар - һөйөү сәскәләре

Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. 

Ромашкалар - һөйөү сәскәләре
Ромашкалар - һөйөү сәскәләре

Ошо уңайҙан Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә татыу һәм өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнә. Ауылыбыҙҙа татыу тормош ҡороп оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән һәм матур балалар үҫтергән быйылғы йылда оло юбилейҙарын билдәләгән парҙарҙы тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙек. Улар Зәкиә һәм Рәжәп Юлбарисовтарға - 55 йыл , Хәлиҙә һәм Закир Кадыргуловтар-45 йыл, Әльфиә һәм Тәлғәт Кадыргуловтар- 45 йыл, Хәмдиә һәм Рәжәп Рашитовтар-40 йыл, Нурзилә һәм Әхтәм Ялсыҡайывтар- 35 йыл, Инира һәм Винир Забировтар- 35 йыл, Әльфиә һәм Фәһим Кадыргалиндар- 30 йыл, Рәсимә һәм Марат Ялсыҡаевтар - 25 йыл бергә иңгә -иң терәп татыу ғүмер кисерәләр. Абруйлы, уңған, эшсән, һәр яҡтан өлгө булырҙай ғәиләләребеҙгә ихлас күңелдән, иң изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ, ырыҫ, мөхәббәт һәм хөрмәт булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм балалар ҡыуанысы теләйбеҙ!!! Юбиляр ғаиләләргә аҡ сәскә гөлләмәһе, ромашкалар бүләк иттек. Юҡ, уларға яратамы-яратмаймы тип, ромашка таждарын өҙөү кәрәкмәй. Уларҙың һөйөү хистәре йылдар буйына һыналған, унда уңыштары һәм шатлыҡ-көйөнөстәре лә күп булғандыр. Әммә оло мөхәббәт, тоғролоҡ, сабырлыҡ менән, бер-беренә терәк булып бәхетле ғаилә тормошо үткәндәр.

Яҡут ауылы клубы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: