Все новости
Илһөйәрлек
14 Июля 2022, 09:37

Баһадир егеттәребеҙ

Яңыраҡ Свобода ауылы биләмәһенән дә өс егет Ватан алдындағы үҙ бурыстарын үтәргә киттеләр.  

Баһадир егеттәребеҙ
Баһадир егеттәребеҙ

Улар: Зөфәр Рахманғолов, Тимур Рахманғолов, Вадим Йомағолов, Динис Яппаров. Егеттәрҙең һәр береһе тәрбиәле, хеҙмәт һөйөүсән. Алда көткән һалдат һурпаһын тәмләп, үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар.
Свобода ауыл биләмәһе батыр егеттәргә күп. Ошо көндәрҙә Түкән ауылы һалдаты иле алдынан төп бурысын үтәп, тыуған иленә, бигерәк ата-әсәһе, туғандары янына әйләнеп ҡайтыуы ла ҙур ҡыуаныс булды. Айрат Дәминов бер йыл буйы Свердловск өлкәһендә мотоуҡсы булып хеҙмәт иткән. Яҡшы хеҙмәте, етеҙлеге, матур тәрбиә биргәндәре өсөн ата-әсәһе Буранбай Тимербай улы һәм Софья Хәйбулла ҡыҙы Рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Шулай уҡ спорт яғынан да үҙен яҡшы күрһәткән егет. Екатеринбург ҡалаһында еңел атлетика буйынса 2-се урын, Новосибирск ҡалаһында саңғы ярышы буйынса 3-сө урын, 1-се урынды еңел атлетика буйынса алған. 

Фотола: әрменән ҡайтҡан егеттәр - Динар Иштирәков һәм Айрат Дәминов. 

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: