Все новости
Илһөйәрлек
2 Августа 2022, 10:12

Афарин, егеттәр!

Бына улар - ысын ир-егеттәр, ил һаҡсылары, ғаилә тотҡалары. 

Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!

Марат Сәғитов һәм Юлай Юлдыбаев. Икеһе лә көслө, дәртле, үҙ үҙенә ныҡ ышанған егеттәр. Шулай булмай, десантниктар ҙа улар! Ә десанттар әрмелә генә десант булып ҡалмай, ғүмере буйы зәңгәр беретҡа тоғро ҡала.
- Ульяновскийҙа хеҙмәт иттем, - Марат шулай ти.
Юлай Псковта булған. Эстония янында ғына. Аҙ һүҙлеләр, быныһы ғәжәп түгел, улар үҙҙәрен һүҙҙә түгел, эштә күрһәтеп өйрәнгән.
Беҙ егеттәрҙә аҫтан өҫкә ҡарап һөйләшеп торабыҙ, әйтерһең, улар әле беҙҙең менән түгел, ә һауаларҙа осоп йөрөй. Ғорурҙар. 

Һеҙ ВДВ менән ғорурланһағыҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Афарин, егеттәр! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: